📌12 йыл элек ҡылынған енәйәтте асҡандар — 30 июня 2026 г. в 15:41:36.402
📌12 йыл элек ҡылынған енәйәтте асҡандар ‼️Учалы районында 2014 йылдың февралендә ҡылынған енәйәтте тикшереү тамамланған. Ул ваҡытта Илтабан ауылында сәнсеп үлтерелгән 68 йәшлек ир кәүҙәһен табалар, әммә ғәйеплене асыҡлай алмайҙар. 😱2026 йылда тикшереүсе-криминалистар эш материалдарын яңынан анализлап, шаһиттарҙан һорау алып, енәйәтсенең эҙенә төшәләр. Шик аҫтына алыныусы (ул элек тә танышын үлтергәнсе туҡмаған өсөн хөкөм ителгән булған) Мәскәүҙә тотола һәм Учалыға килтерелә. ‼️Енәйәт ҡылыуын иҫбатлаған материалдар һөҙөмтәһендә ир ғәйебен таный: 2014 йылдың февралендә, 14-енән 15-енә ҡарай төндә, табын артында хужа менән эләгешеп китә һәм уның баш өлөшөнә дүрттән күберәк тапҡыр сәнсә. Шунан һуң ваҡиға урынынан ҡасып китә. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән. 📍Фото: видеонан скриншот.

