🌀Иртәгә, 30 июнь, Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Был турала Башҡор... — 29 июня 2026 г. в 17:58:11.587
🌀Иртәгә, 30 июнь, Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 💦 Төбәктә ҡойма ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең секундына 17 метр тиҙлектә иҫеүе, көндөҙ борсаҡ яуыуы фаразлана. ‼️Урыны менән иртән һәм кис томан төшөүе, юлда күреүсәнлектең 500 метр тирәһе генә булыуы көтөлә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! ⚡Йәшен йәшнәгәндә һыуға төшмәҫкә, йылға-күлгә яҡын тормаҫҡа, кәмәлә йөрөмәҫкә, көслө ел мәлендә урамда, тышта ҡалмаҫка кәрәклеген иҫкәртә ҡотҡарыусылар. 📍Г. Дауытова фотоһы.

