🌟МХО-ла ҡаһармандарса вафат ҡустыбыҙ Ринат Мәүләүи улы Тимирбаевтың рухы шат булһын, к... — 30 июля 2026 г. в 03:53:23.428
🌟МХО-ла ҡаһармандарса вафат ҡустыбыҙ Ринат Мәүләүи улы Тимирбаевтың рухы шат булһын, киленебеҙ Аленаға сабырлыҡтар теләп, һуғыштарҙа тол ҡалған бөтә ҡатындарға бағышлайым. 💥Күҙ йәштәре тама ҡатынының Табутына шаһит яугирҙең. Күҙ алдына килә тере сағы, Йылмайыуы килә шат ирҙең. Һыйпағанда ҡыҙыл буҫтау аша Өшөтәме ҡулын һалҡынлыҡ? Был уларҙың һуңғы күрешеүе, Был уларҙың һуңғы яҡынлыҡ. Һөйләшеүҙәр булыр мең тапҡырҙар, Төштәр аша килер аңлашыу. Булмаҫ ҡабат икәү араһында Йән ғазабы үтеп ярашыу. Ҡалған менән киткән араларын Ялғап ҡуйыр ниндәй сара бар? Хәтирәләр күңел йылытыр ҙа Йән әрнеүен баҫыр балалар. Күҙ йәштәре тама тол ҡатындың, Ярылырҙай был үкһеүҙән күктәр. Тынлыҡ аша икәү аралаша, Шуны аңлап, өнһөҙ баға күптәр. Тик сабырлыҡ күңел бөтәйтер ҙә Көтөр ҡатын ире инеүен ҡайтып. Бөтәбеҙ ҙә Аллаһ хозурында - Һәм ҡайтырбыҙ Уға, Еткәс ваҡыт. ...Һөйөү наҙы тама ҡатынының Табутына шаһит яугирҙең. Күҙ алдына килә һөйөклөһө, Йылмайыуы килә шат ирҙең. Һыйпағанда ҡыҙыл буҫтауынан Йәнгенәһен өтә һалҡынлыҡ. Был уларҙың һуңғы күрешеүе, Был уларҙың һуңғы яҡынлыҡ. Гөлназ ҠОТОЕВА.

