📍Уҡыуҙы тамамлап, диплом алдылар — 6 августа 2026 г. в 05:30:04.609
📍Уҡыуҙы тамамлап, диплом алдылар ✅«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында Күмертауҙан Павел Ярмоленко, Ринат Вәлиев, Сергей Филимонов һәм Александр Петраков белем алды. Уны уңышлы тамамлаған ветерандарға дипломдар тапшырылды. Хәҙер власть органдарына эшкә урынлашыу тантанаһы көтә. 🇷🇺Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән «Башҡортостан геройҙары» программаһы 2025 йылдан «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының төбәк дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – махсус хәби операцияла ҡатнашыусыларҙы власть органдарында, дәүләт учреждениеларында һәм башҡа идара итеү өлкәләрендә эшләргә әҙерләү. Программа 2025 йылдың февралендә старт алды. Программала ҡатнашыусылар араһында әле үк алғы һыҙыҡта тороусылар ҙа бар. 👍Яҡташыбыҙ Ринат Вәлиев «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының башланыуы тураһында иғлан ителгәндән һуң һайлап алыу этаптарын үтә башлаған. Уның сығарылыш эшенең темаһы - "Йылдам үҫеш биләмәләре". Тикшеренеү бөгөнгө көндә моноҡалаларҙа, шул иҫәптән Күмертауҙа булған ауырлыҡтарға арналған. Ринат Тимерғәле улы булған проблемаларҙы ғына билдәләп ҡалмай, уларҙы хәл итеүҙең аныҡ юлдарын да тәҡдим итә, билдәләнгән башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә. Дипломды ул «яҡшы» билдәһенә тапшырған. Ниндәй аспекттар өҫтөндә эшләргә кәрәклеген аңлаған ветеран белемен камиллашырға һәм үҙ маҡсаттарына табан барырға әҙер. ✅"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

