⚡Дошман нығытмалары юҡ ителә — 23 августа 2026 г. в 06:20:15.739
⚡Дошман нығытмалары юҡ ителә 🛰Пилотһыҙ осоусы аппарат операторы булырға тәүәккәлләүселәр көндән-көн арта. Айырыуса йәштәрҙең был һөнәрҙе үҙләштерергә ынтылышы көслө. ⚡Мәҫәлән, "Филя" позывнойын алған яугир пилотһыҙ осоусы аппарат операторы, ул бурысын намыҫ менән башҡара. Уның тарафынан дошмандың әллә күпме хәрби техникаһының юҡ ителеүе – шуға асыҡ миҫал. Яҡташыбыҙ гексакоптер, дрон-ретранслятор, ҡоро ерҙә йөрөүсе роботлаштырылған комплекс менән "һин"гә һөйләшә, БПЛА антенналарын кәрәк урынға күҙен йомоп та тығып ҡуя. 🏅Беҙгә билдәле булыуынса, һалдат "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. "Филя" юҡ иткән бронетехникалар араһында хәрби бронялы машина, шулай уҡ гаубицалар, танктар һәм башҡалар бар. ⚡"Филя" билдәләүенсә, махсус хәрби операция башланғас та, уның дошманға ҡаршы көрәшеү теләге көслө булған. Хәрби комиссариаттан шылтыратып, БПЛА операторы булырға теләге бармы-юҡмы икәнен һорағандар. Ике лә уйламай "эйе" тип яуап биргән һәм контракт төҙөгән. Фото: скриншот.

