🇷🇺“Яугирҙәр беҙгә рәхмәт әйтеп ҡала” — 29 августа 2026 г. в 04:17:05.242
🇷🇺“Яугирҙәр беҙгә рәхмәт әйтеп ҡала” Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы социаль яраҡлаштырыу һәм реабилитациялау буйынса эш дауам итә. Физик әүҙемлекте өйҙә тәьмин итеү мөмкинлеге “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо көндәрҙә Мәләүез районында йәшәгән махсус хәрби операция ветераны Илшат Әлимғужинға, Илдар Кәбировҡа күп функциялы швед стенкаһы килтереп ҡуйып киттеләр. “Үҙебеҙ етештергән ҡоролманы үҙебеҙ йыйып бирәбеҙ. Бөтә Рәсәй буйлап йөрөйбөҙ, бөгөн туғыҙынсыһын урынлаштырҙыҡ. Бер тренажерҙы ҡуйыу өсөн 20 минут ваҡыт етә”, - ти Верхнеуральск ҡалаһында етештерелгән ҡоролманы етеҙ генә йыйған егеттәр. Швед стенкаһында аяҡ, ҡул мускулын сыныҡтырыу өсөн гантелдәр бар. Махсус ҡушымта аша инеп, спорт күнекмәһе төрө менән танышырға мөмкин. “Махсус хәрби операция ветерандары беҙгә рәхмәт әйтеп ҡала”, - ти изге эш башҡарған Илнур Ҡадиров һәм Константин Галкин. "Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы социаль координаторы Ләйсән Мәхмүтова әйтеүенсә, бындай саралар ветерандарға физик реабилитация үтергә генә түгел, үҙҙәрен ышаныслы тойорға, әүҙем тормош алып барырға, адаптив спортҡа ҡайтырға ярҙам итергә тейеш. (Ә. Имамова фотолары). ⏩️Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

