⚡ 3 сентябрь – Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө — 3 сентября 2026 г. в 11:38:05.205
⚡ 3 сентябрь – Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө ✔️ Ошо айҡанлы бөгөн “Торатау” конгресс-холында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған “Дәүләттең конституцион ҡоролошо һәм хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен яҡлау: көнүҙәк мәсьәләләр” түңәрәк өҫтәле үтте. ✔️ Сарала федераль һәм төбәк эксперттары, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса эксперт комиссияһы ағзалары, Рәсәй тарихи йәмғиәте һәм республиканың Хәрби фәндәр академияһы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ғилми берләшмә, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ республика йәштәре ҡатнашты. Р. Мусина фотолары.

