⭐"Тыныслыҡ" – тыныс тормош өсөн көрәштә — 3 октября 2026 г. в 08:22:58.949
⭐"Тыныслыҡ" – тыныс тормош өсөн көрәштә Бәләбәй районы егете Тамирлан, урындағы механизация һәм электрификация колледжын тамамлап, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, “Белзан” заводында эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһендә – 2022 йылдан алып. ✨Яҡташыбыҙ тәүҙә хеҙмәтте пехота ғәскәрҙәрендә башлай. Шул ваҡытта уҡ пилотһыҙ системаларға идара итергә өйрәнә. Подразделениела айырым БПЛА взводы булдырылғас, үҙ теләге менән шунда күсә. ⚡– Дрондар – бөгөнгө армияның мөһим өлөшө, улар яугирҙәрҙең хәрәкәт һөҙөмтәлелеген арттыра, иң мөһиме – шәхси состав өсөн хәүефте кәметә, – ти яҡташыбыҙ. 🌟“Тыныслыҡ” позывнойлы Бәләбәй егете “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған. Өйҙә уны ҡәҙерле ата-әсәһе, ҡустыһы, һеңлеһе көтә. 🙏“Беҙ дөйөм эшкә өлөш индергән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы. 📍Фото: Бәләбәй районы хакимиәте башлығының сәхифәһенән.