👫 Демография – йәмғиәттең торошон билдәләгән “термометр” ул
👫 Демография – йәмғиәттең торошон билдәләгән “термометр” ул 🔷 Киң ҡоласлы Көнбайыш илдәре менән Рәсәй ҡартая барғанда, көньяҡ төбәктәр демографик яҡтан йәш һәм көслө булып ҡала. Мәҫәлән, халыҡ һаны буйынса лидерлыҡты тотҡан Һиндостанды йәш быуын үҙәге тип атарға мөмкин, бында 25 йәштән йәшерәк 600 миллион кеше йәшәй – был ил халҡының 45 проценты тигән һүҙ. Ҡытайҙа ошо уҡ йәштәгеләр 400 миллион тәшкил итә, был – халыҡтың 30 проценты. Африка илдәре лә ҡалышмай йәшәреүен дауам итә. 🔶 65 йәштән өлкән кешеләр һаны буйынса ғүмер оҙайлығы юғары, тыуым түбән булған Көнсығыш Азия һәм Европа илдәре алдынғы рәттә, Рәсәй ҙә шул иҫәптә. Ни өсөн социология белгестәренең даими тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә саң һуғыуы, тәҡдимдәре менән уртаҡлашыуы, аныҡ биләмәләрҙә ғаиләләр хәлен, тормош сифатын асыҡлауы, миграция сәбәптәрен, бала табыуға ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы өйрәнеүе бик яҡшы аңлашыла. ❗2015 йылдан алып Рәсәйҙә тыуым тотороҡло кәмеү яғында. 📍Дауамы сайтта: https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2026-10-04/demografiya-y-m-i-tte-toroshon-bild-l-g-n-termometr-ul-4834531 ❗Иртән йоҡонан уянғас та торорға ашыҡмағыҙ. Ятҡан килеш ошо ябай, әммә файҙалы күнегеүҙәрҙе яһағыҙ. ✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!