✍️Күптән түгел республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында командировкала булғанда ялға ҡайтҡа...
✍️Күптән түгел республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында командировкала булғанда ялға ҡайтҡан МХО яугирен осраттыҡ. Дөрөҫөрәге, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова Ватан һаҡсыһын үҙенең эш кабинетында ҡабул иткән мәленә тура килдек. 🛑– Беҙҙә күркәм традиция һаҡлана – махсус хәрби операцияла булып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ менән һәр ваҡыт йылы осрашыу ойошторабыҙ, – тип һөйләй Лилиә Рәмил ҡыҙы. – Был юлы ла изге ғәмәлдән ситләшмәнек, "Физик" позывнойлы һалдат менән рәхәтләнеп әңгәмәләштек. Уға үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарыбыҙҙы еткерҙек, үҙ сиратында, ул бындағы беҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһынды. Бер һүҙ менән әйткәндә, кисә бик матур уҙҙы, һөйләшеүҙә бихисап кеше ҡатнашты. 🏅Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы һалдаттар күберәк ғаиләһе янында булырға тырыша. Шулай уҡ белем усаҡтарында, мәҙәниәт йорттарында, хатта предприятиеларҙа уларҙы көтәләр. Ваҡыттары тығыҙ һәм сикләнгән булыуҙарына ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ бөтә ергә лә өлгөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Хакимиәт башлығы Лилиә Мулланурова ошолар тураһында ла бәйән итте. 🙏Ысынлап та, махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға хөрмәт ҙур, Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙы ихтирам итәләр. Был юлы иһә балаҡатайҙар яугирҙең ҡулына һуғыштағы иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе – дронға ҡаршы юрған тапшырҙы. "Физик"тың ирекмәндәргә рәхмәте сикһеҙ ине, ул уны яуҙаштарына бирергә вәғәҙә итте. 🔥– Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, быға тамсы ла шикләнергә ярамай, – тине "Физик". ❗️Фото: Лариса Мырҙакамалова.