🪿 Таныш булығыҙ: башҡорт ҡаҙы Ильяс
🪿 Таныш булығыҙ: башҡорт ҡаҙы Ильяс 📍Ырымбур өлкәһендәге Черный Отрог ауылында ауыл ҡунаҡсыллығы фестивале үтә. Ҡатнашыусыларҙың береһе Ильяс ҡушаматлы ҡаҙ була. 📍Уның хужабикәһе - Медногорскиҙан Дилара Ҡаҙаҡҡолова ҡаҙына башҡорт милли кейеме тегеп кейҙереп алып килә. 📍Ҡамсат бүрекле ҡаҙ беренсе ярышта уҡ артта ҡалһа ла, хужабикәһе иң яҡшы костюм өсөн бүләккә саң һурҙырғыс ала. ❓Нисек уйлайһығыҙ: милли кейемде ошолай пропагандаларға ла мөмкинме, әллә хужабикәһе артығын ҡыланғанмы?..