🛑 Журналистар Шәһит Хоҙайбирҙинде иҫкә алды
🛑 Журналистар Шәһит Хоҙайбирҙинде иҫкә алды 📍Арҙаҡлы шәхестең тыуған көнөндә Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу журналистар өсөн изге йолаға әйләнгән. Быйыл да, Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәйкәл янына йыйылып, республиканың данлы улын иҫкә алды. 📍Тантананы Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов асты. Ул ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп: — Журналист булыу — оло ғорурлыҡ. Һеҙҙе ошо көн менән ихлас ҡотлайым! — тине. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның яңы лауреаттары исемдәре лә ошо арала билдәле буласағын белдерҙе рәйес. 📍Артабан Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов һүҙ алды. Ул һәйкәл янына килеүҙең үҙе лә ҙур мәртәбә икәнен билдәләп: — Ошондай көндә бергә йыйылыу — беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Беҙ Шәһит Хоҙайбирҙин эшен дауам итәбеҙ, был да оло хөрмәт. Ул ауыр заманда йәшәне: Граждандар һуғышы, республиканың ҡоролоу осоро... Журналистар ул саҡта ла, бөгөн дә иң мөһим эштәрҙе башҡара, — тине. 📍"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина һәйкәлдең журналистар өсөн әһәмиәтен билдәләне. — Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле — барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле урын. Бында республиканың бөтә журналистары йыйыла ала. Шәһит Хоҙайбирҙин баҫма журналистика өсөн күпер һалды, ә беҙ уның эшен дауам итәбеҙ һәм быны радио, телевидение, интернет һәм башҡа электрон төрҙәрҙә лә башҡарабыҙ, — тине ул. 📍Премияның тәүге ҡатын-ҡыҙ лауреаты Шәүрә Ғилманованың сығышы шатлыҡлы хис-тойғоларға бай булды. — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия — республикала журналистары өсөн иң юғары бүләк. Лауреат булыуым менән ғорурланам. Был — минең өсөн оло шатлыҡ һәм хөрмәт, — тип уйҙарын уртаҡлашты ул. ✍️ Шағирә, тележурналист Гөлдәриә Йосопова үҙенең "Өфөгә ҡайтам" шиғырын уҡыны. Унда журналистарҙың хеҙмәт сәфәрҙәренә йөрөүе, республика тормошон яҡтыртыуы һәм тыуған ҡалаһына ҡайтыуы тураһында һүҙ бара. 🏛 Башҡортостан Милли музейының филиалы — Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейы мөдире Динар Зәйнуллин сығышында музейҙағы башҡорт журналистикаһына арналған күргәҙмәгә саҡырҙы. Ул һәр йыл ошонда килеүенә шатлығын белдерҙе, бының бик матур йола икәнен билдәләне. 👏 Журналистикала 50 йыл эшләгән "Башҡортостан коммунисы" гәзитенең баш мөхәррире Дмитрий Ефремов хеҙмәте өсөн Рәсәй Журналистар союзының төп наградаһы — "Намыҫ, абруй, профессионализм" миҙалы менән бүләкләнде. Ул үҙенең эше хаҡында һөйләп: — Ғүмеремдең күп өлөшөн ошо эшкә бирҙем, бының менән ғорурланам. Хеҙмәттәштәремә рәхмәт! — тине. Шәһит Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә хәҙерге Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында тыуған. 1924 йылдың 21 декабрендә ни бары 28 йәшендә Мәскәүҙә вафат булған, Өфөлә ерләнгән. Автор: Илмир Ҡотлогилдин. Гөлсинә Йомағужина фотолары.