Яу, яралар һәм өмөт тураһында
Яу, яралар һәм өмөт тураһында Күркәм йорттоң икенсе ҡатында, балалар йоҡлаған арала, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрби хирург менән әңгәмәләшәбеҙ. Был юлы ул күберәк яҡындары эргәһендә булырға тырышҡан. - Әсәй янына Ейәнсураға ҡайтып килдек, һәләк булған өс туған ҡустымды ерләштем. Әйткәндәй, атайым Закирйән Ғайнислам улы һеҙҙең коллегагыҙ ине, Сибай радиоһында эшләне. Өй эргәһендә төҙөлөш тамамланмаған, тирә-яҡты рәткә килтерҙем. Ҡайтҡан һайын ҡойма тышында ағастар ултыртабыҙ. Аҡ халатлы хеҙмәттәштәремә рәхмәт: үҙем өйҙә булмағанда ишек алдында үҫкән бесәнде сабып, ҡулдан килгәнсә ғаиләмә ярҙам күрһәтәләр. - Нимәгә мохтажлыҡ кисерәһегеҙ? – Махсус хәрби операция башланғандан алып икенсегә осрашырға насип булғанға, яҡын күреп, әңгәмәне ошо һорау менән башланым. Тулыраҡ: https://bashgazet.ru/articles/care/2026-10-12/yau-yaralar-m-m-t-tura-ynda-4841988