💚 "Салауат Юлаев" - "Себер" 2:4
💚 "Салауат Юлаев" - "Себер" 2:4 🏒Бөгөн юлаевсылар Өфөлә Новосибирск хоккейсылары менән уйнаны. "Себер" турнир таблицаһы аҙағында килһә лә, беҙҙекеләр уларға икенсегә еңелде. 🥅 Уйын яҡшы башланған кеүек ине. Ике тапҡыр алға сыҡтыҡ. Әммә ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләне. Һуңынан алға сыҡтылар. Ә өсөнсө осорҙа өфөләр бер-бер артлы һөжүм итеүенә ҡарамаҫтан, шайба "Себер"ҙең ҡапҡаһына юл тапманы. Киреһенсә, беҙгә контрһөжүм яһап, себерҙәр еңел генә гол индерҙе лә ҡуйҙы. 😢Тағы еңелдек. Элекке көн һәм бөгөн турнир таблицаһындағы конкуренттарыбыҙҙың еңелеүенән файҙалана алманыҡ - улар кеүек, беҙ ҙә мәрәй юғалттыҡ. Йәл.