Шәхесте халыҡ күтәрә — 13 июня 2026 г. в 10:17:55.317
Шәхесте халыҡ күтәрә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримовты Ишембай районының Почётлы гражданины исеменә лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уның тыуған яҡҡа, башҡорт мәғарифына һәм әҙәбиәтенә һалған өлөшө бик ҙур. Атайсалы Ишембай районы менән бәйләнеше айырыуса ҡиммәтле. Тыуған районының рухи тормошонда ҡатнашыуы, йәштәргә үрнәк булыуы халыҡ күңелендә ныҡлы урын алған. Салауат Ғайса улына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңы уңыштар теләйбеҙ!

