Байрам менән! — 1 октября 2026 г. в 03:14:14.731
Байрам менән! Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Мәғариф өлкәһе ветерандарын һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында эшләп, хаҡлы ялда булыусы элекке коллегаларыбыҙҙы, шулай уҡ әлеге көндә лә эшләүен дауам иткән хеҙмәттәштәребеҙҙе ошо күркәм байрам менән тәбрикләйбеҙ! Бихисап йылдар буйына халҡыбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ эштәренән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе олпат йәштәге замандаштарыбыҙға ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ! https://uchbash.com/articles/istoriya-zhurnala/2026-10-01/bayram-men-n-4831694