Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында: «Мөғжизәләр иле» автор уҡый. — 4 августа 2026 г. в 09:41:51.767
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында: «Мөғжизәләр иле» автор уҡый. Әлеге мәлдә беҙҙең студияла башҡорт балалар яҙыусыһы, шағирә, тәржемәсе һәм педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаның китабы тауышландырыла. Тиҙҙән уның «Мөғжизәләр иле» тигән изге китабы «Һуҡырҙар өсөн интернет-уҡыуҙар»китапханаһы базаһын тулыландырасаҡ. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы был эштең мәғәнәһен бик теүәл еткергән фекер менән уртаҡлашты: «Пришвин, Бианка һәм башҡа яҙыусыларҙың хикәйәләрен тыңлап, мин бына ниндәй фекергә килдем: ә ниңә балаларға урындағы авторҙарҙың әҫәрҙәре менән дә танышмаҫҡа?» Был һүҙҙәрҙә - тыуған яҡҡа һөйөү һәм балалар хаҡында хәстәрлек күреү. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның башҡорт һәм рус телдәрендәге әҫәрҙәре йылылыҡ, изгелек, тәбиғәткә һәм тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған. Ул балалар өсөн ябай, яҡты һәм бик күңелле шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр һәм йомаҡтар яҙа. Тиҙҙән «Мөғжизәләр иле» китапхана базаһында авторҙың тауышы менән яңғыраясаҡ һәм башҡорт балалар әҙәбиәте донъяһын тыңларға, хыялланырға һәм асырға яратҡан һәр кем өсөн яҡшы бүләк буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, китапхана сайтында уҡыусылар өсөн криптоһаҡлағыслы «һөйләүсе» китаптарҙың мәғлүмәт базаһы бар - уларҙы тифлофлэшплеерҙа тыңларға мөмкин. Бөтә һорауҙар буйынса китапхана абонементына 272-70-14 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. ___________________________________________________________ Фарзана Губайдуллина в студии звукозаписи библиотеки: «Страну чудес» читает автор Сейчас в нашей студии звукозаписи озвучивается книга башкирской детской писательницы, поэта, переводчика и педагога, заслуженного работника культуры Республики Башкортостан Фарзаны Хайбулловны Губайдуллиной, известной также под псевдонимом Фарзана Мажитова. Фарзана Хайбулловна поделилась мыслью, которая очень точно передаёт смысл этой работы: «Слушая рассказы Пришвина, Бианки и других писателей, я пришла к мысли: почему бы детям не знакомиться и с произведениями местных авторов?». В этих словах - любовь к родному краю и искреннее желание открыть детям мир родной литературы. Произведения Фарзаны Губайдуллиной на башкирском и русском языках наполнены теплом, добротой, любовью к природе и к родной земле. Она пишет стихи, сказки, рассказы и загадки для детей - простые, светлые и очень душевные. Скоро «Страна чудес» появится в базе аудиокниг «Интернет-читалка для незрячих» и станет хорошим подарком для всех, кто любит слушать, мечтать и открывать для себя мир башкирской детской литературы. Напоминаем, что на сайте библиотеки для читателей доступна база данных «говорящих» книг с криптозащитой — их можно прослушать на тифлофлешплеере brsbs.ru/ru По всем вопросам обращайтесь на абонемент библиотеки по телефону: 272-70-14.

