🇷🇺✨Рәсәй халыҡтары телдәре көнө менән! — 8 сентября 2026 г. в 10:30:02.342
🇷🇺✨Рәсәй халыҡтары телдәре көнө менән! Тел – ул рух, ҡомартҡы, тел – ул тарих. Рәсәйебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең ауазы булып, илебеҙҙә йөҙләгән гүзәл, нәзәкәтле, үҙенсәлекле телдәр яңғырай. Башҡортостаныбыҙ ҙа — телдәр һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгә ҡарамай, иңгә-иң терәшеп, бер ауыҙҙан, бер һүҙҙән булып дуҫ һәм татыу йәшәгән халыҡтар дуҫлығы өлгөһө. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республикаһының М.Х. Төхвәтшин исемендәге махсус китапханаһы өсөн был байрам оло әһәмиәткә эйә: беҙ Һүҙ ҡөҙрәтен һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, ә төрлө телдәрҙәге әҙәбиәт өлгөләрен барыһы ла уҡый һәм өйрәнә алһын, тип тырышабыҙ. Рельеф-нөктәле Брайль яҙмаһы, һөйләүсе китаптар, тактиль баҫмалар ярҙамында күреү мөмкинлегенән мәхрүм булған һәм насар күргән уҡыусыларыбыҙ милли әҙәбиәт хазиналары менән танышыу, туған телдә уҡыу бәхетенә эйә. Туған телдәр һәр өйҙәрҙә – йырҙарҙа, шиғырҙарҙа, әкиәттәрҙә, китаптарҙа яңғыраһын! Барығыҙға ла именлек, рухи байлыҡ теләйбеҙ! Байрам менән! ___________ 🇷🇺✨С Днем языков народов России! Язык — это душа народа, его память, история и величайшее богатство. В нашей огромной стране звучат сотни уникальных, красивых и самобытных языков, сплетаясь в единый голос многонациональной России. И Республика Башкортостан — прекрасный пример того, как в мире и согласии живут, трудятся и творят люди самых разных национальностей. Для Башкирской республиканской специальной библиотеки для слепых им. М. Х. Тухватшина этот праздник имеет особое значение. Мы бережно храним силу Слова и делаем всё, чтобы литература на родных языках была доступна каждому. Через рельефно-точечный шрифт Брайля, «говорящие» книги и тактильные издания наши незрячие и слабовидящие читатели могут прикоснуться к сокровищнице национальной литературы, почувствовать мелодику и красоту родной речи. Пусть родные языки звучат в каждом доме — в песнях, стихах, добрых сказках и мудрых книгах! Желаем вам мира, благополучия, духовного богатства и новых увлекательных открытий на страницах любимых книг. С праздником!

