✨✍Башҡорт иленең аҫыл улы
✨✍Башҡорт иленең аҫыл улы Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ҡәҙим Аралбаевҡа 1 сентябрҙә 85 йәш тулды. Ошо уңайҙан тәүгеләрҙән булып уны Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы тәбрикләне – әҙип менән йәнле, йәмле осрашыу уҙҙы. Ижади кисәлә яңы быуын вәкилдәренең ҡатнашыуы үтә әһәмиәтле: Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев тарафынан һәр береһенең күңеленә милли үҙаң ойотҡоһо һалыныуына иманыбыҙ камил. Тулы мәғлүмәт 📸Фотолар ______________ ✨✍Славный сын башкирской земли Народному поэту Башкортостана, аксакалу башкирской литературы Кадиму Аралбаеву 1 сентября исполнилось 85 лет. В числе первых выдающегося творца поздравила Башкирская республиканская специальная библиотека для слепых имени Макарима Тухватшина — здесь состоялась теплая встреча с писателем. Особенно ценно, что на мероприятии приняла участие молодежь. Мы твердо верим, что народный поэт Башкортостана Кадим Аралбаев заронил в душу каждого из них светлое зерно национального самосознания. Подробнее 📸Фотогалерея