📌 М.Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһы ба...
📌 М.Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһы башҡорт телендәге журналдарҙы уҡыр өсөн тауыш яҙҙырыусылар эҙләй. Проектың маҡсаты - был донъяны ишетеп кенә белгәндәр өсөн башҡорт баҫмаларының аудиояҙмаларын булдырыу. Китапхана туған телебеҙҙең, әҙәбиәт һәм мәҙәниәтебеҙҙең матурлығын һәр кемгә еткерергә ярҙам итергә өндәй. ❓ Изге эшкә нисек ҡушылырға? ✅Ошо һылтама аша Добро.рф порталында ғариза бирергә: https://dobro.ru/event/11875693 ✅Йә китапхананың рәсми сәхифәһендә шәхси хәбәрҙәргә яҙырға.