🚌 Бөгөн Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле ижад йылъяҙмаһын байытып тәүге тапҡ... — 26 июня 2026 г. в 14:18:43.061
🚌 Бөгөн Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле ижад йылъяҙмаһын байытып тәүге тапҡыр Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыу өсөн Екатеринбург ҡалаһына юлланды! 💥27 июнь ансамбль Уралдың башҡалаһында «Безумные дни» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ике концерт менән сығыш яһаясаҡ. Быйыл форумдың төп темаһы – “Йәмле яр буйҙарында”. Тап шуға ла курайсыларыбыҙ Свердловск өлкәһе тамашасыларына “Ағиҙел өҫтөндә ҡурай моңо яңғырай” программаһын тәҡдим итәсәк. Морат Джанизаков, Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең музыкаль етәксеһе: 💬Беҙҙең гүзәл Ағиҙел Свердловск өлкәһе аша бөтөнләй аҡмай, ләкин фестивалдә ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм тамашасылар ҡурай моңо аша беҙҙең йылғабыҙҙың урыны-урыны менән шаулап, ҡайһы саҡта тып-тыныс аҡҡанын, тәрәнлеген, күҙ йәштәре кеүек үтә күренмәле таҙалығын, әсә ҡулдарындай йомшаҡлығын ишетә аласаҡ. Был программала барыһы ла буласаҡ: боронғо халыҡ көйҙәренән алып рок-н-ролға тиклем. ❣Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле иртәгә көндөҙгө сәғәт ун икелә Йәш тамашасылар театрында, киске сәғәт етелә Вайнер баҡсаһында сығыш яһаясаҡ. 🙏Коллегаларыбыҙға хәйерле юл, уңышлы сығыштар теләйбеҙ! 💥Уже завтра Государственный Ансамбль Кураистов РБ впишет в историю коллектива участие в первом для него Международном фестивале! 🚌Сегодня госансамбль направился в Екатеринбург для выступления в “Безумных днях”. Тема XI Международного фестиваля «Безумные дни» – «На прекрасных берегах». Наш коллектив специально для фестиваля подготовил премьеру программы «Звучит курай над Агиделью». Мурат Джанизаков, музыкальный руководитель Государственного ансамбля кураистов РБ: 💬Наша прекрасная Агидель в Свердловской области не протекает, но участники фестиваля, гости и зрители вместе с нашей музыкой смогут услышать какая у нас река – местами бурная, моментами тихая, прозрачная, как слеза, и мягкая, как руки мамы. В этой программе у нас будет все: от древних народных мелодий в звучании курая а-капелла – исполняет только ансамбль кураистов из 20 человек, до рок-н-рола с участием наших музыкантов «Курай-бенда»». ❣Выступления Государственного ансамбля Кураистов Республики Башкортостан запланированы на 27 июня в 12:15 в Театре юного зрителя и в 19:00 в Саду Вайнера. 🙏От души коллегам желаем удачной дороги и успешного выступления!

