💐Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы, ҡыпсаҡ ҡыҙы Римма Ам... — 6 августа 2026 г. в 05:28:09.737
💐Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы, ҡыпсаҡ ҡыҙы Римма Амангильдина үҙенең йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлаша: 🗯️«Ғүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора. Ваҡыт булғанда, зәңгәр күлдәр иле – Әбйәлилемә һағынып ҡайтам. Ҡатын-ҡыҙ өсөн килен булып төшкән ер ҙә күңелгә яҡын төйәккә әйләнә икән ул. Халҡыбыҙҙың "Үҫкән ерҙән - төшкән ер" тигән мәҡәле тап ошо хаҡта. Бынан 32 йыл элек Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй - Дөмбәй ауылына килен булып төштөм. Тормош иптәшем Иректең тыуған яҡтары, йәмле Оло Эйек йылғаһы буйҙары – яратҡан ҡәҙерле төйәгем минең. Фотола йәйҙең хозур иртәһендә хуш еҫле гөл-сәскәләр яландарҙы гиҙеп, мәтрүшкәләр йыйып ҡайтып киләбеҙ Ирек менән. Өйҙә яратҡан ҡәйнәм тәмле бәлештәр бешереп көтә. Ҡәйнеш, килен, уларҙың балалары менән шау-гөр килеп ял итәбеҙ, аллаға шөкөр. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең сәхнә кешеләренең тормошо айырылғыһыҙ ауыл халҡы менән бәйле. Гастроль сәфәрҙәре башланыу менән яратҡан тамашасыларыбыҙ янына ашҡынабыҙ. Ижад юлымда 100-ҙән ашыу сит илдәрҙә, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә булдым – бихисап ер-һыуҙар күрҙем, әммә моңло ҡурай яңғыраған мәғрүр тауҙар, мул һыулы йылғалар, ҡуйы урмандар, хәтфә болондар, зәңгәр күлдәр иле – тыуған Башҡортостаным – ул иң гүзәл ер ул». 📸Фотола Римма Амангильдина үҙенең тормош иптәше – Башҡортостандың халыҡ артисы, Башдрам театры актеры Ирек Булатов менән!

