Артистарыбыҙҙың йәйге ялынан матур кадрҙар килеп етә. Беҙ ҙә һеҙҙең менән бүлешәбеҙ, ду... — 12 августа 2026 г. в 11:36:38.687
Артистарыбыҙҙың йәйге ялынан матур кадрҙар килеп етә. Беҙ ҙә һеҙҙең менән бүлешәбеҙ, дуҫтар✨ Кемдер көс туплай, кемдер тәбиғәт ҡосағында ял итә, ә беҙҙең ҡурайсылар хатта ял ваҡытында ла ҡурайҙарын онотмай☝ Бөрйән районының иҫ киткес матур тәбиғәте ҡосағында Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле солисы Айҙар Байтимеров башҡарыуында «Уйыл» халыҡ көйөн тыңлайыҡ 🌿 Тыуған ер, ҡурай моңо һәм башҡорт рухы - барыһы ла бер видеола👆 Яңы ижад миҙгелендә осрашҡанға тиклем! Ә моң яңғырай ҙа яңғырай... 💚

