Яңы дуэт - яңы хисле йыр 🎶 — 29 сентября 2026 г. в 07:16:46.710
Яңы дуэт - яңы хисле йыр 🎶 Башҡорт дәүләт филармонияһының һандуғасы Лилиә Ишемйәрова менән талантлы йәш йырсы Ильяс Батыргариев тамашасыларға яңы «Яратып йәшәйек» тигән йыр бүләк итә! ☝1 октябрҙә премьера көтөлә, ә әлегә улар төшөргән ҡыҫҡа видеоны ҡарап, йырҙың бәләкәй генә өҙөгө менән таныша торайыҡ. Әйткәндәй, 26 ноябрь Башҡорт дәүләт филармонияһында Лилиә Ишемйәрованың Юбилей концерты үтәсәк! Был мөғжизәле йыр унда ла яңғыраясаҡ. 🎟 Билеттар һатыуҙа: https://bashgf.ru/afisha/event/lilija-ishemjarova-jubilejnyj-koncert/ Дуҫтар, яңы йырҙы тулыһынса көтәһегеҙме? Видеояҙманы ҡарап, фекерҙәрегеҙ менән комментарийҙарҙа бүлешегеҙ, һеҙгә оҡшанымы йыр? 👇