ҠУРАЙ КӨНӨНӘ БАҒЫШЛАНҒАН БАЙРАМ КОНЦЕРТЫ 🌿
ҠУРАЙ КӨНӨНӘ БАҒЫШЛАНҒАН БАЙРАМ КОНЦЕРТЫ 🌿 Республикабыҙҙың сәнғәт календарында яңы һәм мөһим дата бар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән булдырылған 10 октябрь - Ҡурай көнө! Был байрам - милли рухыбыҙҙы, быуаттар аша килгән бай мираҫыбыҙҙы һәм халыҡтың тиңһеҙ моңон данлау тантанаһы☝ Шул айҡанлы бөгөн, 9 октябрҙә, Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә бағышланған ҙур байрам тамашаһы үтте! Икенсе йыл рәттән ойошторолған Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле концерты — был байрамдың төп һәм иң мөһим мәҙәни сараһы булып тора✨ Байрам кисендә тамашасылар өсөн ансамблдең бай репертуарынан халҡыбыҙҙың боронғо йырҙары, заманса композициялар, дәртле бейеү көйҙәре һәм виртуоз импровизациялар яңғыраны. Тамашасыларҙың ихлас һөйөүен яулаған артистарыбыҙ — Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов һәм Нурзия Сабитова үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итһә, Айҙар Исхаҡов дәртле бейеүҙәре менән сәхнәне биҙәне💫 Был милли рухлы, тәрән эстәлекле байрам программаһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова сәхнәләштерҙе. Ижади коллективты Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков етәкләй💥 Күңелдәрҙе елкендергән илаһи ҡурай моңо һәр кемдең йөрәгенә юл тапты. Етеп килгән байрам менән һеҙҙе, дуҫтар! Ҡурайыбыҙ тауышы һәр саҡ яңғырап торһон 🙏 Фотолар: Ләйсән Минниханова 📸 #БашҡортДәүләтФилармонияһы #филармонияӨфө #Курай #КурайКөнө #Ҡурай