Искәндәр Ғәзизов Музыкаль-әҙәби лекторийҙы 85 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлай 🎉
Искәндәр Ғәзизов Музыкаль-әҙәби лекторийҙы 85 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлай 🎉 Тарихы алыҫ 1941 йылдың декабрендә башланған лекторий — республикабыҙҙың бөгөнгө сәнғәт донъяһында айырым урын биләгән легендар коллектив💥 Дуҫтар, онотмайбыҙ: 22 октябрҙә — Музыкаль-әҙәби лекторийҙың ҙур юбилей концерты уҙасаҡ✨ Был тантаналы кистә филармониябыҙҙың барлыҡ ижади коллективтары ҡатнашлығында һеҙҙе һоҡланғыс тамаша — лекторийҙың бай тарихын һөйләүсе сағыу һәм йәнле театралләштерелгән программа көтә 💫 Билеттар әле һатыуҙа бар! Уларҙы филармония кассаһынан йәки ошо һылтанма буйынса онлайн һатып алырға ашығығыҙ: https://bashgf.ru/afisha/event/otkrytie-88-go-koncertnogo-sezona/ ↩️ Пушкин картаһы ла эшләй💳