Башҡорт гимназияһында Ғәли Соҡоройҙың тыуыуының 200 йыллығына арналған саралар дауам итә — 26 января 2026 г. в 17:30:58.396
Башҡорт гимназияһында Ғәли Соҡоройҙың тыуыуының 200 йыллығына арналған саралар дауам итә Бөгөн гимназия китапханаһында билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға арналған иҫтәлекле дәрестәр үтте. Шағирҙың шиғырҙары, тормошона һәм ижадына арналған материалдар күргәҙмәһе ойошторолдо. Уҡыусылар Ғәли Соҡоройҙың тормошо һәм ижады менән ентекләп танышты, шиғырҙарын тасуири уҡыуҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Был дәрестәр уҡыусыларҙа Ғәли Соҡоройҙың шәхесенә һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты, уларҙы башҡорт мәҙәниәтенә һәм тарихына тағы ла яҡынайтты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Абдулла ҡыҙы Сәлихова. #ГалиСокорою200 #Ағиҙел #Башҡортгимназияһы #Башкирскаягимназия #Агидель #Росдетцентр; #Навигаторыдетсва #НавигаторыдетстваРБ #ДвижениеПервых.

