Ғәли Соҡорой – башҡорт мәғрифәтселегенең яҡты йондоҙо — 23 января 2026 г. в 09:06:38.222
Ғәли Соҡорой – башҡорт мәғрифәтселегенең яҡты йондоҙо Ғәли Соҡорой – башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең береһе. Ул үҙенең ғүмерен туған халҡының мәҙәниәтен, телен, тарихын өйрәнеүгә һәм таратыуға бағышлаған. Уның әҙәби мираҫы – башҡорт әҙәбиәтенең алтын фонды. Шағирҙың шиғырҙары бөгөнгө көндә лә йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллыҡ юбилейы айҡанлы башҡорт гимназияһында шағирҙың тормош юлы һәм ижадына арналған дәрестәр үтте. Уларҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙың Ғәли Соҡорой ижады менән яҡындан таныштырыу, уның хеҙмәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм милли үҙаңды нығытыу. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Абдулла ҡыҙы Сәлихова. #ГалиСокорою200 #Ағиҙел #Башҡортгимназияһы #Башкирскаягимназия #Агидель

