https://vk.ru/wall-158167161_3897 12 февраль – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипо... — 13 февраля 2026 г. в 18:20:08.921
https://vk.ru/wall-158167161_3897 12 февраль – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Беҙҙең гимназияла был иҫтәлекле датаға арналған саралар йыл һайын үткәрелә. Уҡыусылар шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныша, уның шиғырҙарын яттан һөйләй. Был көн беҙҙең өсөн Рәми Ғариповтың рухына ихтирам күрһәтеү, уның бай әҙәби мираҫын һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү мөмкинлеге. Уның ижады аша үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы нығытабыҙ, милли рухыбыҙҙы байытабыҙ. #Агидель #Ағиҙел #Башҡортгимназияһы #Башкирскаягимназия

