Башҡорт гимназияһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы иң ҡанлы ваҡиғаларҙың береһе – Ле... — 27 января 2026 г. в 14:29:18.074
Башҡорт гимназияһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы иң ҡанлы ваҡиғаларҙың береһе – Ленинград блокадаһы тураһында иҫтәлекле дәрестәр үтте. Дәрестәрҙә уҡытыусылар блокаданың сәбәптәре, хронологияһы, кешеләрҙең ауыр шарттарҙа йәшәүе, аслыҡ, һыуыҡ, бомбаға тотоуҙар тураһында һөйләне. Шулай уҡ блокаданы өҙөү өсөн алып барылған хәрби операциялар, «Тормош юлы» тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Был дәрестәрҙең маҡсаты – уҡыусыларҙы фажиғәнең тарихы менән таныштырыу, блокадала ҡалған кешеләрҙең ҡаһарманлығын, түҙемлеген күрһәтеү һәм йәш быуында ватансылыҡ, миһырбанлыҡ хистәрен тәрбиәләү. Был дәрестәрҙе үткәреү – тарихи хәтерҙе һаҡлау, йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн бик мөһим. Сөнки тарихты белмәйенсә, киләсәкте төҙөп булмай. #БлокадаЛенинград #900ДнейМужества #Помним #Ағиҙел #Башҡортгимназияһы #Башкирскаягимназия #Агидель

