#Учалыауылыбашҡорт гимназияһы — 4 июня 2026 г. в 02:05:18.286
#Учалыауылыбашҡорт гимназияһы #Уралбатыр2026 #8июнь-"Уралбатыр"эпосыкөнө Быйыл «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XVIII төбәк-ара конкурсы Өфө ҡалаһындағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында ҙур тантаналы шарттарҙа уҙҙы. Был сара ике турҙан торҙо. Учалы ауылы башҡорт гимназияһы уҡыусылары конкурстың ике турында ла әүҙем ҡатнашып, юғары әҙерлек күрһәтте. «Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар» турында 5-се класс уҡыусыһы Аҙнабаев Морат сығыш яһаны. Был турҙа 170-тән ашыу бала үҙенең һәләтен һәм эпос йөкмәткеһен белгәнен күрһәтте. Морат эпосты бик матур, ысын артистарса, образға инеп, һәр һүҙҙе йөрәк аша үткәреп, тәрән тойғоло һәм тасуири итеп һөйләне. Уның башҡарыу оҫталығы барлыҡ ҡатнашыусыларҙың да, абруйлы жюри ағзаларының да күңелен яуланы. Һөҙөмтәлә Морат ошо конкурста еңеү яуланы һәм 1-СЕ УРЫНҒА лайыҡ булды. Афарин, Морат! Артабан да һиңә уңыштар насип булһын! Учалы районының намыҫын яҡлап, конкурста ҡатнашҡан сәмле, ғәмле, рухлы йәш сәсән Морат тик маҡтауға ғына түгел, һоҡланыуға ла лайыҡ! Урал батыр рухын, уның изге эштәрен дауам итеүсе — беҙҙең Морат! Ысын күңелдән уны ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! В этом году XVIII МЕЖРЕГИОНАЛЬНЫЙ КОНКУРС ЮНЫХ СКАЗИТЕЛЕЙ, ИСПОЛНЯЮЩИХ НАИЗУСТЬ ЭПОС "УРАЛ БАТЫР", прошёл с большой торжественностью в Республиканской гимназии-интернате имени Газиза Альмухаметова в городе Уфе. Мероприятие состояло из двух туров. Учащиеся Башкирской гимназии с. Учалы активно участвовали в обоих турах конкурса и продемонстрировали высокий уровень подготовки. В туре «Сольные исполнители эпоса» выступил ученик 5-го класса МБОУ Башкирская гимназия с. Учалы Мурат Азнабаев. В этом туре более 170 детей показали свои таланты и знание содержания эпоса. Мурат рассказал эпос очень красиво, по-настоящему артистично, вживаясь в образ, пропуская каждое слово через сердце, с глубоким чувством и выразительностью. Его исполнительское мастерство покорило сердца всех участников и авторитетных членов жюри. В итоге Мурат одержал победу в этом конкурсе и был удостоен 1-го места. Молодец, Мурат! Пусть и дальше тебе сопутствует удача! Отважный, деятельный, вдохновенный юный сказитель Мурат, защищавший честь Учалинского района, достоин не только похвалы, но и восхищения! Наш Мурат — продолжатель духа Урал батыра и его святых дел. Поздравляем от всей души и желаем новых побед! Огромное спасибо его родителям, которые поддерживают и вдохновляют его.

