14 декабрҙә – Республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә! Ошо уңайҙан тәрбәисебеҙ Зәлиә М... — 12 декабря 2025 г. в 04:39:09.336
14 декабрҙә – Республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә! Ошо уңайҙан тәрбәисебеҙ Зәлиә Марат ҡыҙы, тапҡырлыҡ, зирәклек талап иткән “Әлләсе” интеллектуаль өҫтәл уйынын тәрбәселәр араһында үткәрҙе. Был уйын ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй, һүҙлек запасын тулыландырырға һәм телмәрҙе байытырға ярҙам итә. “Әлләсе” уйыны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырған проекттарының береһе. Уйындың ҡағиҙәләре ябай ғына. Ике команда ҡатнаша. Ҡағыҙҙа яҙылған һүҙҙәрҙе башҡа һүҙҙәр менән аңлатыу кәрәк. Тамырҙаш һүҙҙәр ҡулланыу тыйыла, һәр отҡан һүҙ өсөн уйын таҡтаһындағы фишка алға китә, уйын яланының аҙағына тиклем иң беренсе барып етергә кәрәк. Уйын бик күңелле, сәмле барҙы һәм барыһыныңда күңеленә хуш килде. Тәрбиәселәребеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ижади үҫеш, бөтмәҫ дәрт һәм рух күтәренкелеге юлдаш булһын!

