Мәктәптәрҙә ойошторолған оҙайтылған көн төркөмдәренә ҡыҙыҡһыныу арта — 26 сентября 2026 г. в 09:03:53.075
Мәктәптәрҙә ойошторолған оҙайтылған көн төркөмдәренә ҡыҙыҡһыныу арта Бындай ҡарар ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителә. Төркөмдәрҙә уҡыусылар өйгә бирелгән эште әҙерләй, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, саф һауала йөрөй һәм йоҡлап та ала. Шулай итеп, йәш быуын ваҡытын файҙалы үткәрә, ә эштә булған ата-әсә балаһы өсөн борсолмай. Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында асылған төркөм 1-се һәм 2-се класс уҡыусыларынан тупланған. Улар өҫтәмә рәүештә йыр, һүрәт төшөрөү, оригами һәм футбол менән шөғөлләнә, психолог та эшләй.