2-се Башҡорт лицейында башланғыс синыф (2–3-се синыф) уҡыусыларын «Рәсәй бөркөттәре» («... — 23 сентября 2026 г. в 12:38:42.242
2-се Башҡорт лицейында башланғыс синыф (2–3-се синыф) уҡыусыларын «Рәсәй бөркөттәре» («Орлята России») сафтарына һәм 5-се синыфтарҙы «Беренселәр хәрәкәте»нә («Движение Первых») ғаризалау тантанаһы масштаблы рәүештә үтте. 🎉🇷🇺🦅 Балаларға ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән лицейыбыҙ директоры Ҡотлояров Рөстәм Ирик улы сығыш яһаны. 👏🎓 Шулай уҡ тантаналы сарала мөхтәрәм ҡунағыбыҙ — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы урындағы бүлексәһенең «Беренселәр хәрәкәте» эшен ойоштороу буйынса баш белгесе Нуреев Камил Ринат улы ҡатнашты. 🤝🎖️ Камил Ринат улы уҡыусыларҙы тормоштарындағы ошо әһәмиәтле көн менән ҡотланы һәм значоктар тапшырҙы. 🎗️✨ Шулай уҡ балалар «Рәсәй бөркөттәре» гимнын йырланы һәм «Беҙ — беренселәр» флешмобында әүҙем ҡатнашты. 🎵💃🕺 Уҡыусыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ, «Рәсәй бөркөттәре» һәм «Беренселәр хәрәкәте» билдәләрен ғорурлыҡ менән йөрөтөүҙәренә ышанабыҙ! 🌟🔥 #ОрлятаРоссии #ДвижениеПервых #БашҡортЛицейы #РәсәйБөркөттәре #БеренселәрХәрәкәте #МәктәпТантанаһы #Уҡыусылар #Башҡортостан #Өфө #Мәғариф #ЙәштәрХәрәкәте #ПатриотикТәрбиә 🇷🇺📚