Ағалы-ҡустылы дүрт туған аталарының ҡәберенә зыярат ҡылырға килгән.
Ағалы-ҡустылы дүрт туған аталарының ҡәберенә зыярат ҡылырға килгән. Уларҙы бер һорау борсоған: баҡыйлыҡҡа күскәс, ғәзиз кешеләренең рухы йәннәттәме, әллә тамуҡтамы. Туғандарҙың теләге шул хәтлем көслө булғандыр, күрәһең, аталарының рухы, ни хикмәт менәндер, уларҙың алдына баҫҡан. Был мөғжизәгә иҫтәре киткән туғандар аптырау ҡатыш тәүге һорауын биргән: "Атай, йәнең йәннәттәме?" - Эйе, уландарым, минең йәнем мөғжизәле ожмахта, - тип яуап биргән атай. - Баҡыйлыҡҡа күскәс, беҙҙең йәндәребеҙ ҡайҙа эләгер икән - ожмахҡамы, әллә тамуҡҡамы? - тип һорарға ашыҡҡан улдары. - Фани донъяла ни ғәмәлдәр ҡылдығыҙ? - тип, һорауға һорау менән яуап биргән рух. Ир-азаматтар бер-бер артлы уның һорауына яуап биргән. - Атай, мин ҙур ғәскәр башлығы дәрәжәһенә тиклем күтәрелдем, Тыуған илемде дошмандарҙан һаҡланым, - тип башлап киткән иң өлкән улы. - Ярлыларҙы һәм хәлһеҙҙәрҙе бер ваҡытта ла рәнйетмәнем, үҙ һуғышсыларымды ҡурсаларға тырыштым. Аллаһ Тәғәләнең барлығына инанып йәшәнем. Шуға күрә ожмахҡа эләгермен, тип уйлайым. - Мин Аллаһ Тәғәләнең тәғлимәттәрен халыҡҡа тараттым, уларҙы изгелеккә өндәнем һәм ошо өлкәлә билдәле рухани булдым, шуға күрә, мин дә ожмахҡа эләгермен тип уйлайым, - тип яуап биргән икенсе улы. Өсөнсө улы былай яуаплаған: - Мин билдәле ғалиммын. Кешеләрҙең йәшәйешен еңеләйтеү өсөн бик күп асыштар яһаным. Ғилем өлкәһендәге һәр асышым өсөн Аллаһҡа рәхмәттәр уҡыйым. Шуға күрә мин дә һис шикһеҙ ожмахҡа эләгергә тейешмен. - Ә мин, атай, баҡса үҫтерәм, мул уңыш алыр өсөн тир түгәм, - тип башлаған һүҙен кесе улы. - Хеҙмәтем емешенән ағайҙарыма ла өләшәм. Яман уйҙарҙан йыраҡ йөрөргә тырышам, изге ғәмәлдәрҙе ихлас үтәйем һәм шуға күрә ожмахҡа эләгермен тип өмөтләнәм. - Былай булғас йәндәрегеҙ йәннәттә буласаҡ, - тигән дә аталарының рухы, юҡтан бар булғандай, барҙан юҡҡа сыҡҡан. Йылдар үткән. Туғандар үҙ үлемдәре менән үлеп, баҡыйлыҡҡа күскән. Тик ни ғәләмәт: ожмах баҡсаһында иң кесе ҡустыларының рухы пәйҙә булмаған. Өс туған аталарына өндәшкән. "Атай, әйтсе беҙгә, кесе ҡустыбыҙҙың рухын ниңә ожмах баҡсаһында күрмәйбеҙ? - тигән улар. - Ер үлсәме менән иҫәпләгәндә беҙҙең баҡыйлыҡҡа күсеүебеҙгә йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтте бит". "Бушҡа борсолмағыҙ, ҡустығыҙ ҙа ожмах баҡсаһында көн итә. Әле һеҙҙең арағыҙҙа булмауының сәбәбе ябай ғына: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-11-07/ozhmah-ba-sa-yn-er-ter-4457762