Мине яҡты донъяға өләсәйем ҡабул итеп алған. Тирә-яҡҡа даны таралған кендек әбейе, өшкө...
Мине яҡты донъяға өләсәйем ҡабул итеп алған. Тирә-яҡҡа даны таралған кендек әбейе, өшкөрөү-төкөрөүе, им-томо сихәтленең сихәтлеһе, ҡулдары һылау-һыйпауға ифрат ятып, килешеп барған, торғаны бер ҡабатланмаҫ тылсым эйәһе ине ул. Шуғалыр ҙа ҙурлығы яғынан ҡара мунсанан ары китмәгән, һалам ҡыйыҡлы, береһе ишек алдына, икенсеһе урам яҡҡа ҡараған бәләкәй тәҙрәле өйөбөҙгә гелән эркелеп, кемуҙарҙан килер булдылар, һайғау кәртәле ишек алдының шаҡарма ҡапҡаһы ауыҙынан егеүле, арбалы, йә саналы аттар һис ҡасан өҙөлмәне. Төн уртаһында ла, таң һыҙылғанда ла, аяҙҙа ла, көн боҙолоп буранлап торғанда ла, ҡойоп ямғыр яуғанда ла буҫағаға саң ҡудырмай өҙлөкһөҙ ағылдылар беҙгә, ә өләсәйем инде, үҙ сиратында, уларҙы көтөп кенә йөрөгәндәй тиҙ арала йыйынып-кейенеп, усына йомшаҡ беләүгә оҡшаш им-том ташын йома ла тотҡарлыҡһыҙ-ниһеҙ саҡырған тарафҡа юллана, ай күрҙе ҡояш алды, тигәндәй, аҙна-ун көнгә зым-зыя юҡҡа сыға. Күрше-тирә ауылдарҙа ҡуна ятып ауырыуҙарҙы, зар-интизарҙарҙы дауалап шулайтып ылғый юғалып торһа ла алыҫҡа, өҙәрем яҡтарға сығып йөрөгән зат түгел ине ул, һыуға ырғытылған таштай тыуған еренә мөкиббән китеп батҡан, һеңгән ауыл кешеһе ине. Хәҙер ишетер ҡолаҡҡа ят яңғыраған Ҡыҙбикә исемле өләсәйем сит-яттарҙы үҙенә арбарлыҡ, йәлеп итерлек һөйкөмлө, мөләйем йөҙлө, тәбәнәк буйлы, еңел һөйәкле, ҡаҡса кәүҙәле булды, шуға күрә көслө ел сығып, дәһшәтле дауыл ҡубып уны йәнәһе лә ер сигендә ҡалҡҡан, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Ҡаф тауы артына осороп алып китә генә күрмәһен, тип мин йыш хафалана, борсола инем. Өҫтөндә гелән итәге аяҡ остарын ҡаплап төшөп торған мул итәкле биҙәкһеҙ аҡ күлдәк булды, сибек яурындарында иһә аҡ яулыҡ ятты, толомлап үреүҙән күптән уҙған йоҡа ебәктәй сәстәре лә семтем ҡараһы юҡ ап-аҡ ине, бер һүҙ менән әйткәндә фәрештә инде, йондоҙло асмандан төшкән аҡ фәрештә. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-27/a-f-resht-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4856670