Бер ауылда тыуҙылар, бер урамда үҫтеләр. Бер мәктәптә уҡынылар. Бер йылғаның һыуында ҡо...
Бер ауылда тыуҙылар, бер урамда үҫтеләр. Бер мәктәптә уҡынылар. Бер йылғаның һыуында ҡойондолар Ишморат менән, Әхиәр менән.Тегеләре онотолоп бөтә яҙған, ә бына йылғала һыу инеүҙәр бөгөнгөләй күҙ алдында Мәйсәрәнең.Малайҙарҙың һыу төшә торған ерен "Малайҙар быуаһы, " - тинеләр, Быуа ине. Быуаның яры иркен, асыҡ. Малайҙар рәхәтләнә - ҡолас ташлап ярҙан ярға йөҙәләр, сумып, оҙаҡ ҡына юҡ булып торалар ҙа, сәпсим икенсе ерҙән килеп сығалар. Ярҙа аяҡтарын һыуға тығып, һыу сәпелдәтеп ултырған ҡыҙҙарҙың ҡаршыһында ҡалҡып сығалар ҙа ҡайһылары, анау Әхиәр, Ишморат һымаҡтары, "Бо-ох!" - тип ҡапыл ҡысҡырып, ҡыҙҙарҙы ҡурҡыталар. Ҡыҙҙар сар - сор итеп урындарынан ырғып тороп, ситкә ҡасалар. Һыу сәсрәтеп ҡала тегеләр арттарынан.Малайҙарҙың һыуҙа аҡ балыҡтай уйнағандарын ҡарап тороу үҙе бер тамаша. Уларҙы ҡарап торһаң да оят түгел һымаҡ, уңайһыҙланмайһың да. Уларҙың ни шул бер кейем инде. Бөтәһе лә тиерлек әсәләре тегеп биргән төрөсөктәләр. Оялырлыҡ бер нәмәләре лә юҡ. (Өлкәнерәк ағайҙар килә башлаһа, ярҙа ҡыҙҙар ҡалмай.)Малайҙар рәхәтләнә. Йөҙөп-сумып арығас, йәшел сирәмгә йөҙтүбән ятып, теш араһынан серт иттереп кенә төкөрөп ебәреп, гәп һатҡан булалар өйөрлө хәстрүштәр. Ырғып тороп, тағы кемуҙатеррҙан йүгерешеп баралар ҙа һыуға ташланалар. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-27/a-ynyu-b-hete-hik-y-ta-ylyu-arasurina-4856656