Фәһимә Әҙһәмовна менән бик күптән күрешкән юҡ. Әле мин мәктәптә эшләгәндә, ул шунда хим...
Фәһимә Әҙһәмовна менән бик күптән күрешкән юҡ. Әле мин мәктәптә эшләгәндә, ул шунда химия фәненән уҡыта ине. Әллә күпме ғүмер үтеп киткән. Бөгөн уйламағанда йомошом төшөп мәктәпкә килдем. Мин эшләгән осорҙағы коллегаларым, инде бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалған. Үҙгәрмәйҙәр ҡыҙҙар, афарин! Әүәлгесә, күптән дәрестәре бөтһә лә, муйындан эшкә сумып, бер һүҙ ҡатырға ла ваҡыт таба алмай, отчеттарына ҡаҙалып, өҫтәл артында ултыралар. Мине күргәс, урындарынан тороп, ҡосаҡлап уҡ алдылар. - Әәәәй, рәхәт эшкә күсеп алдың да, ҡалай матурланып, күҙҙәрең асылып, йылмайып, бәхетле булып йөрөп ятаһың ул! – тип һоҡланыуҙарын йәшерә алманылар. Шунда беҙгә лә эш юҡмы?.. - Нимә һөйләгән булаһығыҙ һеҙ, ҡыҙҙар, эш булһа ла бармайһығыҙ бит инде. Ғүмер буйы ошонда белем биргән, юғары квалификациялы уҡытыусыларҙы, трактор менән һөйрәп тә сығарып булмаясаҡ мәктәп тупһаһынан... - Эйе шул, ҡыҙыҡай, беҙ башҡа урында эшләй ҙә белмәйбеҙҙер ул, өйрәнелгән эш. Хаҡлы ялға ла күп ҡалманы, - тип яратҡан, күнегелгән эштәренә һүҙ тигеҙмәй, ихлас көлөшөп алдылар. Үҙ эштәремде ослап, ҡайтыр яҡҡа, баҫҡыстан төшөп барһам, ҡаршыма Фәһимә Әҙһәмовна тап булды. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡулымдан тотоп үҙ кабинеты яғына ыңғайлатты. - Һеҙҙе бик йыш иҫкә алабыҙ, Фәриҙә Булатовна. Ҡыҙым да... – тине ул, моңоу ғына. Лераның класс етәксеһе булған инем. Тулы, өлгөлө, тырыш, бик матур, татыу ғаилә. Фәһимә Әҙһәмовнаның әсәһе – Мәхмүзә инәй ҙә, балалары менән бергә йәшәй ине. Юҡ-юҡта юл төшөп, инеп сығырға тура килгәндә, ҡоймаҡлап сәй эсермәй сығарманы. Һәр ваҡыт сәйе ҡайнар, йөҙө асыҡ булды. - Хәлдәрегеҙ нисек, Фәһимә Әҙһәмовна, күптән, бик күптән күрешкәнебеҙ юҡ? Лераның игеҙәктәренең фотоһын контакта ғына күреп ҡалған инем, бик матур сабыйҙар. Маладис булды Лера, уҡыуын да, ғаилә тормошон да ваҡытында, йәнәш алып барырға көсө етә. Тормош иптәшенән уңғандыр, рәхмәт яуғыры! Әлдә контакт бар, ҡайһы бер яңылыҡтарҙы шунда инеп кенә белеп ҡалам... - Сәләмәтлек ҡарттарса. Һауа торошон инде һыҙланыуҙарым аша билдәләй алам. Ә әсәйем әхирәткә китте, китеүенә лә байтаҡ ғүмер үтте. Ә Лерамдың бәхете булманы тиһәм дә була. Бөтә шатлығы ана шул игеҙәктәре. Шуларға әүрәп, ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәй шикелле инде ул. - Ҡурҡытмағыҙ әле, нимә булды? – уның һәр ваҡыттағыса яйлап ҡына, көйләп һөйләүенә минең сабырлығым етмәне... - Кейәүем менән бик матур итеп дуҫлашып йөрөп, яратышып өйләнештеләр. Һуңынан да үҙҙәренә һоҡланмаған кеше юҡ ине. Лера ауырға ҡалып, игеҙәк бәпәйҙәре була тигәс тә, кейәү Лерамды өрмәгән ергә ултыртманы... Бәпәйҙәрҙе дауахананан алып ҡайтҡас башланды. Бәләкәстәр эстәре, йә теге, был ерҙәре ауыртып илайҙар. Береһен тынысландырһаң, икенсеһе башлай. Шулай итеп беҙҙең кейәү берҙән-бер көндө: Йә мин, йә балалаларың, һайла?- тип Лераға ультиматум ҡуйҙы. Был бер ваҡытта ла тынмаҫ шау-шыу мине туйҙырҙы. Мин һеҙҙән арыным, минең йоҡом туймай, ашай алмайым, кәйеф юҡ, эштә ауыр, шулар арҡаһында инде өйгә лә ҡайтаһым килмәй, тине... - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-12-09/ata-k-k-k-zary-bul-an-h-l-3558567