Перейти к содержимому
Максиметер

...В общем, здесь, в Белебеевском районе, очень ярко чувствуется башкирский дух, ощущае...

...В общем, здесь, в Белебеевском районе, очень ярко чувствуется башкирский дух, ощущается само дыхание Башкортостана.... =================== Ял итеп ятабыҙ шифаханала. Китапханалары бай ғына, унан Бальзак, Лев Толстой, Салтыков- Щедрин, Әхиәр Хәкимов, Фәнил Әсәновтың һәм, әлбиттә, Чехов менән Шукшин китаптарын алып, кинәнеп уҡыйым. Ғәҙәттә, ял ваҡытында мин шулай китап уҡып алам. Яңы әҫәрҙәрем тураһында уйлайым, оло яҙыусылар менән "бергә" фекер-идеяларымды нығытам. Шулай тыныс ҡына йөрөп ятҡанда, яҙыусы икәнемде белеп ҡалғандар бит. Китапханасы Зоя Михайловна Шубенкова, беренсе тапҡыр китап алғанда, что-то һеҙҙең фамилия таныш, тип ултырып ҡалғайны. Икенсе барғанда, һеҙҙең менән берәй сара эшләргә кәрәк, беҙҙә бер ҙә башҡорт яҙыусылары менән осрашыу булғаны юҡ, тип һалды. Мин ял итәм, борсомағыҙ әле, тим. Өсөнсөһөндә, ҙур гонаһ был, шундай әҙип килеп үҙенең һүҙен әйтмәүе "кощунство", тигәс, риза булдым. Унан бигерәк, Зоя Михайловна үҙе лә бик яҡты, ялҡын бөркөп торған әүҙем кеше. Ситтә тыуып үҫһә лә, Башҡортостанды бик ярата, ентекләп тарихын, әҙәбиәт-сәнғәтен өйрәнгән, белгәндәрен кинәнеп һөйләй, аңлата. Китапханала башҡорт халҡының тарихына, көнкүрешенә арналған экспозициялар парады урын алған. Бик оригиналь ул, ундай ҡул эштәрен мин бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ. Аңлауымса, рәссамдарға заказ биреп эшләткәндәр. (Фотоларын ҡуйҙым). Ҡыҫҡаһы, башҡорт рухы, Башҡортостан һулышы асыҡ сағыла бында, Бәләбәй яғында. Осрашыуға халыҡ күп йыйылды. Шуныһы ҡыҙыҡ, бында күберәк сит яҡтарҙан килеп ял итәләр. Осрашыуҙа ла Екатеринбург, Омск, Ырымбур, Пермь, Һамар, Силәбе яҡтарынан, Дағстандан вәкилдәр булды. Мин Башҡортостан, үҙебеҙҙең әҙәби-мәҙәни мөхит, брендтарыбыҙ тураһында һөйләнем. Һүҙ күпселектә СВО хаҡында, ундағы күргән-кисерештәрем тураһында барҙы. Аңлап ҡабул иттеләр, илап ебәреүселәр ҙә булды. Башҡортса шиғыр уҡыным, йыр тыңлаттым. Бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр. Һорауҙарҙың береһенә генә туҡталам. Екатеринбургта тыуып-үҫкән батюшка һорауы: - Һеҙ русса ла, башҡортса ла беләһегеҙ. Был оло байлыҡ. Ә улар ижад иткәндә бер-береһенә ҡамасауламаймы? Башҡорт телендә уҡыусылар күпме? - Ике телдә ижад иткән яҙыусылар күп. Әйтәйек, Сыңғыҙ Айытматов, - тип яуапланым. - Беҙҙең Мостайҙың шундай һүҙҙәре бар: "Мин башҡортса ижад итәм. Русса ла яҙа алам. Әгәр мине мең башҡорт уҡый икән, мин башҡортса яҙасаҡмын. Йөҙ башҡорт уҡый икән, барыбер башҡортса яҙам. Өс башҡорт уҡый икән, мин ул саҡта ла башҡортса ижад итәм". Олуғ шағирыбыҙҙың был васыятына беҙ ҙә, бөгөнгө башҡорт әҙиптәре лә, тоғро. Беҙ үҙ телебеҙгә һәр саҡ ихтирамлы һәм иғтибарлы ҡарашта. Тел йәшәй икән, яҙыусыһы ла, уҡыусыһы ла табылыр. Осрашыу аҙағында Зоя Михайловна "Көҙ байлыҡтары" исемле сәй табыны ла ҡороп ебәрҙе. Башҡортостан ерендә үҫкән емеш, үләндәрҙән яһалған сәй кәйефтәрҙе бермә-бер күтәрҙе, ял йортонда алған шифаларыбыҙ тағы ла артып китте. Сәғәтлек осрашыуыбыҙ тағы ла ярты сәғәткә һуҙылып китте, оҙаҡ таралыша алмай бер булдыҡ әле. Сара һуңында алыҫтан килгән ял итеүсенең: - Ғүмеремдә башҡорт телен ишеткәнем юҡ ине, ул иҫ киткес моңло тел икән, йырлап ҡына йөрөрлөк, - тип баһалауы миңә, башҡорт яҙыусыһына, әйтеп бөткөһөҙ кинәнес бирҙе. ****** Отдыхаем в санатории. В библиотеке много интересных книг, беру оттуда книги Бальзака, Льва Толстого, Салтыкова‑Щедрина, Ахиара Хакимова, Фаниля Асанова и, конечно, Чехова с Шукшиным - и с наслаждением читаю. Обычно во время отпуска я именно так и провожу время - читаю. Думаю о своих новых произведениях, укрепляю свои идеи и взгляды, как будто нахожусь "рядом" с великими писателями. Пока спокойно гуляю и отдыхаю, выясняется, что люди узнали, что я писатель. Библиотекарь Зоя Михайловна Шубенкова ещё в первый раз, когда я брал книгу, сказала: "Что‑то ваша фамилия мне знакома". Во второй раз она предложила: "Нам нужно с вами что‑нибудь организовать: у нас тут вообще не было встреч с башкирскими писателями". Ответил: "Я в отпуске, не беспокойте пока". А в третий раз она сказала: "Это просто большой грех, настоящее

398 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 685 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.