«ШүлгәнFest» этнофестивале — милли рух байрамы! 🌿🏹 — 28 июля 2026 г. в 10:57:06.807
«ШүлгәнFest» этнофестивале — милли рух байрамы! 🌿🏹 25 июль көнө «Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни музей-комплексында сағыу һәм йөкмәткеле «ШүлгәнFest» этнофестивале үтте. Бөрйән районы мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре фестивалдең тантаналы асыу өлөшөндә әүҙем ҡатнашты. Улар «Урал батыр» кубогына арналған ирекле көрәш һәм милли йәйәнән уҡ атыу буйынса турнирҙарҙы асыу тантанаһын биҙәп, сараға үҙҙәренең ижади өлөшөн индерҙе. Бындай саралар милли йолаларҙы һаҡлауға, тарихи мираҫты киләһе быуындарға еткереүгә һәм халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәрен популярлаштырыүгә ҙур өлөш индерә. 📸 Саранан иң сағыу мәлдәр – фотоларҙа! 📸 Фото: сообщество «Шүлгән-Таш» / vk.ru/shulgantashcave

