5 июнь-бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө. 1972 йылда Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генера... — 5 июня 2026 г. в 09:41:09.722
5 июнь-бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө. 1972 йылда Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан ойошторола. Маҡсаты- экологик проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеү: урман ҡырҡыу, океандарҙың бысраныуы, төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы, климаттың үҙгәреүе. Беҙҙең дөйөм йорт-беҙҙең Ер. Унда йәшәүҙе нисек һаҡларға һәм планетаны кеше йәшәргә яраҡлы итеп һаҡларға? Был быуаттың төп мәсьәләһе булып тора.Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл, яуаплы мөнәсәбәт бөтә кешелектең киләсәген тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был дөйөм йәмғиәткә генә түгел, ә һәр айырым кешегә лә аңлашыла. Тик бергәләп кенә беҙ ерҙәге экосистемаларҙы һаҡлау һәм уларҙың биологик төрлөлөгөн үҫтереү,тергеҙеү быуыны була алабыҙ. 2026 йылғы бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө был мөһим миссияны иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән

