Республика көнөндә ғәҙәттәге «Башҡортостан – беҙҙең ғорурлыҡ» рубрикаһында Нәғим Нурғәл...
Республика көнөндә ғәҙәттәге «Башҡортостан – беҙҙең ғорурлыҡ» рубрикаһында Нәғим Нурғәлин – драма артисы, Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының сәхнә оҫтаһы. Йәштәр театрында Нәғим Зәйләғи улы 1989 йылдан – сәнғәт учреждениеһы асылғандан бирле эшләй. Ошо арауыҡта 60-тан ашыу роль башҡарған. «Төшөмлө урын» спектаклендә Белогубов образы өсөн «Туғанлыҡ» I халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә «Өмөт» призына лайыҡ булған. Нәғим Нурғәлин – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. 2025 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Нәғим Нурғәлин «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһын Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Башҡортостан – беҙҙең ғорурлыҡ! ********** В День Республики в нашей традиционной рубрике «Повод гордиться» – актёр драмы, ведущий артист Молодежного театра им. Мустая Карима Нагим Нургалин. В Молодежном театре Нагим Зайлагиевич служит со дня его открытия – с 1989 года. Сыграл более 60-ти ролей. За роль Белогубова в спектакле «Доходное место» А. Островского удостоен приза «Надежда» на I международном фестивале тюркоязычных театров «Туганлык». Нагим Нургалин – Народный артист Башкортостана. В октябре 2025 года Указом Президента Российской Федерации Нагим Нургалин награжден медалью «За труды в культуре и искусстве». Государственную награду вручил Глава Республики Радий Хабиров. Башкортостан – это повод гордиться!