БАЛА (хикәйә) Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА — 6 июля 2026 г. в 05:37:26.664
БАЛА (хикәйә) Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА – Мин ошо көндө көттөм. Иҫләйһеңме, әсәй?.. Етенсе февраль ине. Мин шул көндән йәшәргә тейеш инем. Ҡарыныңда уҡ өс тапҡыр үлемгә дусар ителгән бала булһам да, ул көндә мин тыуҙым. Хәтерләйһеңме? Беренсеһендә, ваҡытың үткән, тип доктор һине кире бороп сығарҙы. Икенсеһендә һарай башынан ырғының, тик үҙеңдең аяғыңды һындырҙың. Өсөнсөһөндә һин йәшәгән йорттоң хужабикәһе, инде бүлтәйә башлаған ҡорһағыңды һыҡтырғаныңды күреп, әрләп ташланы. Төндәр буйы илауыңды иҫәпкә алмағанда, тора-бара тынысландың шикелле... Ә мин яҡты донъяны күрә алыуыма шатланып үҫтем дә үҫтем. https://dairagazite.ru/articles/ethebiet/2026-07-06/bala-hik-y-s-ir-sh-r-fetdinova-4741779

