БӘХЕТЕМДӘН ЯҘҘЫРМАҒЫҘ (хикәйә) — 3 июля 2026 г. в 10:19:51.958
БӘХЕТЕМДӘН ЯҘҘЫРМАҒЫҘ (хикәйә) Уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ... Ятаҡ... Уҡыу... Көн һайын, һәр ваҡыт, сикһеҙ. Бер тәгәрмәстә өйрөләһең. Башы ла, аҙағы ла юҡ. Зифа эңер яҡтыһы төшкән ятаҡ бүлмәһендә мәғәнәһеҙ ҡараш менән түбәгә текләп ята бирҙе. Бер сәғәт, ике сәғәт... Таң һыҙыла башланы. Ҡыҙ, ҡапыл урынынан тороп, ҡулына ултырғыс алды һәм балконға сыҡты. Уның йөҙө тыныс, һоро күҙҙәрендә лә бер ни уҡып булмай. Әйтерһең, Зифа балконға ун дүртенсе ҡаттан аҫҡа һикерергә түгел, ә таң һауаһын һуларға сыҡты. Уның хәрәкәттәрендә артыҡ бер нәмә лә юҡ, улар туҡтауһыҙ, талғын: сыҡты, ултырғысты ҡуйҙы һәм менеп тә баҫты. Ләкин артабан ҡатып ҡалды. Аҫҡа ҡараны, әммә бер нәмә лә тойманы. Ул күптән бер ни һиҙмәй. Йылмаймай ҙа, иламай ҙа. Бер ни юғалтмай, бер ни тапмай. https://dairagazite.ru/articles/ethebiet/2026-07-03/b-hetemd-n-ya-yrma-y-hik-y-4740554

