Һеңлем, һеңлекәшем. Хикәйә. Гөлнур Ҡыуатова. — 3 августа 2026 г. в 07:03:14.105
Һеңлем, һеңлекәшем. Хикәйә. Гөлнур Ҡыуатова. Ҡараштары ниңәлер ҡолас йәйеп уларға табан килгән Виләгә түгел, ә уның янында шат йылмайып торған Дауытҡа ҡаҙалды ла ҡуйҙы. Быға тиклем фотоларҙа мең тапҡыр күргән егет тормошта бөтөнләй икенсе булып тойолдо. Күрештеләр, таныштылар, хәл белештеләр. Дауыттың баҙап, бер аҙ юғалып ҡалыуын күреп, Дилә ҡараштарын йәшерә һалды. «Тишерҙәй текәлеүемә уңайһыҙланды, шикелле. Тыныслан, барыһы ла һәйбәт булыр», – тип үҙен ҡулға алырға тырышты ул. Әммә күңеленә бығаса татылмаған, ят һәм ниндәйҙер рәхәтлек биреүсе хис инеп оялағанын һиҙҙе. «Яратыу шулай буламы икән? Бәлки үтер, һоҡланыу ғыналыр…» – тигән уйҙар тынғы бирмәне. https://dairagazite.ru/articles/ethebiet/2026-08-03/e-lem-e-lek-shem-hik-y-g-lnur-yuatova-4770325

