Милли кейем конкурсы иғлан ителә! — 4 сентября 2026 г. в 09:39:18.597
Милли кейем конкурсы иғлан ителә! 2026 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан “Бәйләнештә” селтәрендә “ «Милли кейем — милләт асылы” фотоконкурсын иғлан итәбеҙ. Уның шарттары: 1. “Даирә” төркөмдәренә (vk.ru/club29350652 һәм web.max.ru/-693623990... һылтанмаһы ) яҙылырға һәм төркөмдә милли кейемдәге фотоғыҙҙы “предложить новость” тигән төймәгә баҫып ебәрергә кәрәк. 2. Фотоһүрәттәр конкурстың исеменә тап килергә тейеш. 3. Һәр ҡатнашыусы бер фото тәҡдим итә ала. 4. Исем-фамилияғыҙҙы, йәшәгән урынығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы яҙырға кәрәк. Фотолар 4 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр ике категорияла: - өлкәндәр (айырым һәм коллектив менән), - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары араһында билдәләнә. Конкурсҡа 9 сентябрҙә йомғаҡ яһала. Еңеүселәр Милли кейем көнөндә бүләкләнә. Бүләктәр Пару Палок ресторанынан "Встреча" сеты (32 дана) һәм балалар өсөн рюкзак. https://vk.ru/wall-29350652_70061

