🚑25 майҙан 31-нә тиклем сәләмәтлек поездары Бүздәк, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Стә... — 25 мая 2026 г. в 12:25:49.244
🚑25 майҙан 31-нә тиклем сәләмәтлек поездары Бүздәк, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Учалы райондарына юллана. Ғәҙәт буйынса, ҡабул итеү ваҡыттарын карточкаларҙа күрһәтәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тере сират буйынса ҡабул итәләр – алдан яҙылырға кәрәкмәй. Иң мөһиме – үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын (полис ОМС) алығыҙ. Тулы расписаниены Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарарға була: vk.cc/cp95h8 Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Сәләмәт булығыҙ!

