: һәр кем бер юлы бер нисә кимәлде һайлай ала. Был формат үҙ белемдәрен баһалап ҡына ҡа...
: һәр кем бер юлы бер нисә кимәлде һайлай ала. Был формат үҙ белемдәрен баһалап ҡына ҡалмайынса, ҡатмарлыраҡ йүнәлештәрҙә лә үҙ көсөңдө һынап ҡарарға һәм башҡорт теленең, шул иҫәптән уның диалекттарының үҙенсәлектәре менән тәрәнерәк танышырға мөмкинлек бирә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, олимпиада уҡыусылар, студенттар һәм өлкәндәр өсөн үҙ белемдәрен тикшереү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең яңы яҡтарын асыу һәм милли мәҙәни мираҫҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу мөмкинлеге. Олимпиада онлайн форматта үтә, шуға күрә унда донъяның бөтә еренән дә теләгән бер ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң ҡатнашыусыға һайланған кимәл буйынса һорауҙар асыла. Олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, белем тикшереү һәм үҙ аллы үҫешеү өсөн заманса һанлы майҙан булдыра. Ул ҡатнашыусыларға ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән онлайн форматта шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә.