✨ Пионерия көнө менән, дуҫтар! ✨ — 19 мая 2026 г. в 07:03:39.591
✨ Пионерия көнө менән, дуҫтар! ✨ 19 май — күптәр өсөн яҡты бала саҡ, дуҫлыҡ һәм изге эштәр символы булған Пионерия көнө. Был байрам оло быуын өсөн генә түгел, ә бөгөнгө актив йәштәр өсөн дә әһәмиәтле. Пионер традициялары — берҙәмлек, өлкәндәргә ярҙам итеү һәм Ватанды яратыу — бөгөн дә Балалар ижад йортонда йәшәй. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҙә «Беренселәр» сафында булып, изге эштәр башҡара, яңы үрҙәр яулай. Ҡәҙерле ветерандарҙы, педагогтарҙы һәм балаларҙы ошо ялҡынлы байрам менән ҡотлайбыҙ! Күңелегеҙҙәге пионер ялҡыны бер ҡасан да һүнмәһен, дәртегеҙ ташып торһон! «Һәр ваҡыт әҙер!» 🚩🚩🚩

