Эләгә-йүгерә эйәреп килгән ерҙән мин ҡапыл шып туҡтаным: күкрәгемдә нимәлер «һеңк» итеп... — 30 мая 2026 г. в 08:20:01.289
Эләгә-йүгерә эйәреп килгән ерҙән мин ҡапыл шып туҡтаным: күкрәгемдә нимәлер «һеңк» итеп ҡалды ла, шул нәмә тамағыма килеп тығылды, ирендәрем дерелдәй башланы. – Мин, мин һуң, кемдең ҡыҙы?.. – тип ярһып, үҙемдең әлеге булмышымды аңлаған, һәр хәлдә, аңларға иткән һымаҡ, әсенеп, ҡысҡырып ебәрҙем. Килеп тығылған баяғы төйөр, әсе күҙ йәшенә әйләнеп, танау эргәләй субырлап ағып төштө лә, бәлшәйгән ауыҙыма тулды. Ҡартинәйем: «Үҙемдеке, минеке, ҡолонсағым», – тип, сәстәремдән үбә, башымдан һыйпай, арҡамдан һөйә башланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-30/una-4704503

